1. Родителям
  2. Новости
  3. День национального костюма

День национального костюма

Апрель 19, 2024 Просмотров: 2526
6-сы һанлы Миндәк мәктәбенең тәжрибәле китапханасы Савельева Зөлфирә Сабит ҡыҙы 38 йыл рәттән үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөнгө көндә лә уҡыусыларыбыҙҙың яҡын дуҫы булып тора. Ошо йылдар дәүерендә ниндәй генә саралар үткәрелмәне-бай йөкмәткеле китап күргәҙмәләренең иҫәбе-һаны юҡтыр. Зөлфирә Сабит ҡыҙы китап биреү менән генә сикләнмәй, уҡыусылар, уҡытыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә; уның эшмәкәрлек даирәһе күпкә киң. Әленән-әле  кисәләр, мауыҡтырғыс саралар, уйындар, осрашыуҙар үткәрә. Бөгөнгө байрамда ла уҡыусыларға милли кейемдең күп төрлөлөгөн, әһәмиәтен , нисек барлыҡҡа килеүен матур итеп аңлатып бирҙе. Күркәм китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларға хуш килде. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Зөлфирә Сабит ҡыҙы!

#МиллиКейемдәУҡыйым
#УчусьВнациональномКостюме
#ДеньНациональногоКостюма
#МБОУСОШ№6